ӘМИНЕВ Зыя Әсҡәт улы [9.11.1914, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Лаҡлы а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 12.3. 1969, Өфө], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1968). К.Либкнехт ис. Мәскәү индустриаль‑пед. ин‑тын (1939), КПСС ҮК эргәһендәге Ижтимағи фәндәр акад. (Мәскәү, 1950) тамамлаған. 1939—47 йй. Бөрө уҡытыусылар ин‑тында уҡытыусы, СССР тарихы каф. мөдире, дир. урынбаҫары. 1950 й. алып БДУ‑ла эшләй (1965 й. тиклем СССР тарихы каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре 20 б. 1‑се сирегендә Башҡортостандың сәйәси, соц.‑иҡт. тарихына, революцияға (1917) һәм Көньяҡ Уралдағы Граждандар һуғышына арналған. 30‑ға яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Башҡортостанда Октябрь. Өфө, 1958; Октябрьская социалистическая революция и гражданская война в Башкирии (1917—1919 гг.). Уфа, 1966.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев