ӘМИНЕВ Зариф Хурамша улы [14.12.1916, Пермь губ. Уҫы өйәҙе Солтанай а. (Пермь крайының Барҙы р‑ны) – 1.9.1974, Пермь өлк. Яңы Ашап а.], Дан орд. тулы кавалеры. 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. авг. алып Көньяҡ‑Көнбайыш, Дон һәм 2‑се Балтик буйы фронттарында 38‑се армияның 304‑се уҡсылар див. 807‑се уҡсылар полкында, 1943 й. мартынан 6‑сы гвардия армияһы 67‑се уҡсылар див. 196‑сы гвардия уҡсылар полкында артиллерия орудиеһы ком. булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н гвардия өлкән сержанты Ә. 1944 й. 23 ғин. Белорус ССР‑ының Новосокольники ҡ., 6 июндә Сиротино а. янында, 25 июндә Көнбайыш Двина й. аша сыҡҡанда, 28 июндә Крыди а., 29 июндә Горчаки а. тирәһендә барған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була.Демобилизациянан һуң (1945) Яңы Ашап а. к‑зда эшләй. Ҡыҙыл Байраҡ (1940), 1‑се (1945), 2‑се һәм 3‑сө дәрәжә Дан (1944 й. июле һәм февр.) орд., миҙалдар м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. М.Х.Хужин