ӘМИНЕВ Гесиод Абдулла улы (19.2. 1939, Ижевск), психолог, педагог. Психология ф. д‑ры (1978), проф. (1980). БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1980). Ҡазан мед. ин‑тын тамамлаған (1962). 1965—74 йй. Ҡазан ун‑тының лаб. мөдире. 1980—2005 йй. БДУ‑ның психология каф.мөдире, бер үк ваҡытта 1998—2005 йй. факультет‑ара психология үҙәге дир., 1996—98 йй. МДУ‑лағы психология ф‑тының Өфө филиалы директоры. 2005 й. алып Мәскәүҙә йәшәй. Фәнни тикшеренеүҙәре классик булмаған психофизиологияға: шәхестең биомембраналы ойошторолоуына, психоанализ практикаһында ядро‑магнит резонансын тикшереү, ультрафиолет спектрометрия һәм һыҙыҡлы булмаған динамика ысулдарын ҡулланыуға; эксперименталь философияға, нейропедагогикаға һәм нейрокриминологияға арналған. Башҡ‑н психология йәмғиәте рәйесе (1985—2004). 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: ЯМР‑исследования в психологии. Уфа, 1999; Проблемы биофизики духовности и одарённости. Уфа, 2000; Нейрокриминология: субмолекулярные методы. Уфа, 2001.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина