ӘМИН, Шишмә р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 19 км алыҫлыҡта Уҙы й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында, Һамар—Өфө— Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1219 кеше; 1920 – 1623; 1939 – 1283; 1959 – 843; 1989 – 476; 2002 –467; 2010 – 442 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Алкин урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала, 1739 й. алып билдәле. Ырымбур губерна канцелярияһы указы м‑н 1747 й. бында типтәрҙәр, 1750 й. керҙәшлек килешеүе б‑са – мишәрҙәрҙең яңы төркөмө күсеп ултырған. 1865 й. 140 йортта 834 кеше йәшәгән. Мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, татар мәктәбе, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ф.Ш.Билалов, Рәил Ғ.Кузеев, Рөстәм Ғ.Кузеев, В.К.Сәйфуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов