БАЙМАҠ ХАЛЫҠ ҠУРАЙСЫЛАР АНСАМБЛЕ, Халыҡ ижады үҙәгенең Баймаҡ халыҡ ҡурайсылар ансамбле. 1957 й. ойошторола, 2006 й. алып Буранбай сәсән исемен йөрөтә. 1997 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарында “Ашҡаҙар”, “Зөлхизә”, “Ильяс”, “Ҡолой кантон”, “Порт‑Артур”, “Сибай”, “Сыңрау торна”, “Урал” һ.б. башҡ. халыҡ йырҙарының инструменталь варианттары, ш. уҡ бейеү көйҙәре һәм инструменталь көйҙәр бар. Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙары (Ленинград, 1969; Өфө, 1983), Төбәк халыҡ музыкаһы фестивале (Свердловск, 1964), Респ. Тальян байрамы (Өфө, 1985), Й.Иҫәнбаев (Өфө, 1999) һәм И.Дилмөхәмәтов (Йылайыр р‑ны Йылайыр а., 2002) ис. приздарға ҡурайсылар бәйгеһе лауреаты. Ойоштороусылары — Ф.Х.Рыҫҡужин һәм БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Ф.Б.Хафизов; художество етәкселәре — Р.С.Хәсәнов, А.А.Абдуллин.

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика