ЫРЫМБУР БАШҠОРТ ПЕДАГОГИЯ ТЕХНИКУМЫ, 1921 й. башҡорт уҡытыусылар курстары нигеҙендә Башҡорт халыҡ мәғарифы ин‑ты булараҡ асыла, 1922 й. башлап пед. техникумы. 1936 й. БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Темәс а. күсерелә (ҡара: Темәс башҡорт педагогия училищеһы). БАССР‑ҙың Мәғариф ХК ҡарамағында була. 1‑се баҫҡыс мәктәпте тамамлаған балалар ҡабул ителә. Техникумда 2 әҙерлек һәм 4 төп курс ойошторола. Уҡыу курсы — 3 йыл. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә “мәктәп” хеҙм‑ре һөнәре б‑са алып барыла. Ятағы, уҡытыусылар өсөн фатирҙары була. 1933 й. 238 уҡыусы уҡыған. Уҡыу йорто м‑н А.Ә.Айҙаров, С.Н.Бикбулатов, М.М.Вәлиев, К.А.Иҙелғужин, Ф.Кәрим һ.б. эшмәкәрлеге бәйле була. 300‑гә яҡын белгес әҙерләнгән, улар араһында С.Агиш, Ҡ.Ҡ.Аҙнабаев, Ғ.Амантай, М.Ә.Байымов, З.А.Биишева, Б.Бикбай, Р.Л.Ғәбитов, И.Зәйни, Б.Ғ.Имашев, С.Н.Ишемғолов, С.С.Ҡыуатов, Т.Морат, Т.Рәшитова, Ғ.Хәйри, С.Р.Әлибаев бар. Ы.б.п.т. Каруанһарай бинаһында урынлашҡан.

Әҙәб.: Утягулов Р.И. Звёзды Ирендыка (из истории педагогических училищ и подготовки педагогических кадров Зауралья). Сибай, 2001.

Л.Ш.Сөләймәнова, С.Б.Сәйфуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина