ӘЛМӘС, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Ибрай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 15 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 60 км алыҫлыҡта Мрәүешле й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 426 кеше; 1920 – 426; 1939 – 602; 1959 – 406; 1989 –287; 2002 – 319; 2010 – 301 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Ырымбур өйәҙе Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1798 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Күскилде Әлмәсов билдәле. Шулай уҡ Татыр булараҡ билдәле булған. 1866 й. 28 йортта 148 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1939 й. Башҡорт Әлмәсе а. (304 кеше) һәм Башҡорт Әлмәсе утары (298 кеше) теркәлгән. 1959 й. ауылда 219 кеше йәшәгән, утарҙа – 187 кеше; 70‑се йй. алып бергә иҫәпкә алынған. Т.А.Үлмәҫбаева ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов