“БАШКИРСКАЯ НЕФТЬ” (“Башҡортостан нефте”), бюллетень. Башҡ‑н респ. нефть һәм газ сәнәғәте фәнни-техник йәмғиәте органы. Өфөлә урыҫ телендә айына 1 тапҡыр сыға. 1936 й. алып “За башкирскую нефть” исеме аҫтында баҫыла, 1945—59 йй. — “Б.н.”. Бюллетень биттәрендә респ. һәм ил сәнәғәте нефть һәм газ тармаҡтарының көнүҙәк проблемалары яҡтыртыла, нефть сығарыу һәм эшкәртеү, скважиналар быраулау һәм файҙаланыу технологияларына, инновациялы ысулдар һәм технологиялар индереүгә арналған мәҡәләләр һ.б. донъя күрә.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика