ЫРЫМБУР АРМИЯҺЫ, 1918 й. окт. Өфө Директорияһы Хәрби ведомствоһы приказы м‑н Ырымбур казак ғәскәре частарынан Көньяҡ‑Көнбайыш армия булараҡ ойошторола, дек. алып Рус армияһы составында Ырымбур айырым армияһы, 1919 й. майынан Көньяҡ армия, сент. башлап Ы.а. Составына 1‑се (1919 й. сент. тиклем) һәм 2‑се (1919 й. майында таратылған) Ырымбур казак, 4‑се Ырымбур армия, 5‑се Стәрлетамаҡ армия (1919 й. февр. — марты; сент. — окт.), 5‑се Ырымбур (1919 й. март — майы) корпустары ингән. 1919 й. ғин. Ы.а. составына Башҡорт корпусы индерелгән, ләкин ғәмәлдә уға буйһонмаған. Граждандар һуғышы барышында РККА Көнсығыш фронтының Беренсе армияһына ҡаршы һуғышҡан, Көньяҡ‑Көнбайыш фронттың Быҙаулыҡ, Төньяҡ, Илек һәм Орск участкаларын обороналаған, 1919 й. ғин. Ырымбур һәм Орск ҡҡ. ҡалдырған, апр. Рус армияһының контрһөжүме барышында Орскиҙы алған. Окт. Етеһыуға сигенгән. 1920 й. ғин. Етеһыу армияһы составында бер отрядҡа берләштерелгән. Ы.а. командующийҙары: ген.‑лейт. А.И.Дутов (1918 й. дек. — 1919 й. майы; 1919 й. сент. — 1920 й. ғин.), ген.‑майор Г.А.Белов (1919 й. май — сент.).

Әҙәб.: А к у л и н и н И.Г. Оренбургское казачье войско в борьбе с большевиками. 1917— 1920. Шанхай, 1937.

И.Ф.Плотников

Тәрж. М.Х.Хужин