ӘЛМӨХӘМӘТОВ Ғ. ИСЕМЕНДӘГЕ ГИМНАЗИЯ‑ИНТЕРНАТ, һәләтле балалар өсөн музыка теорияһын һәм махсус фәндәрҙе тәрән өйрәткән урта дөйөм белем биреү учреждение­һы. Өфөлә урынлашҡан. 1943 й. 3‑сө балалар йорто нигеҙендә СССР Ҡораллы көстәренең Өфө музыка тәрбиәләнеүселәре мәктәбе булараҡ асыла. 1956 й. Өфө муз. тәрбиә биреү мәк­тәп‑интернаты булараҡ СССР‑ҙың Мәғариф министрлығы ҡарамағына тапшырыла, 1991 й. алып Респ. муз. тәрбиә биреү гимназия‑интернаты,1994 й. Ғ.С.Әлмөхәмәтов исеме бирелә, 2001 й. башлап Ғ.С.Әлмөхәмәтов ис. Респ. гимназия‑интернаты. 4 класс тамамлаған уҡыусылар конкурс б‑са ҡабул ителә. Тауыш яҙыу студияһы, лингафон кабинеты, спорт һәм тамаша залдары, 2 китапханаһы, мед. блогы бар. 7 йүнәлеш — музыка теорияһы, тынлы һәм һуҡма музыка ҡоралдары, фортепиано, хор м‑н дирижёрлыҡ итеү һәм йырлау, ҡыллы һәм һыҙғыс­лы музыка ҡоралдары, халыҡ музыка ҡоралдары, башҡорт музыка фольклоры — б‑са әҙерлек алып барыла. “Өфө фанфаралары” өлкән тынлы оркестры эшләй. Уҡыу йорто м‑н Н.Ф.Ғарипова, Р.Р.Йыһанов, Р.Ғ. Туйсина, Т.Х.Үҙәнбаева, З.З.Хәмәтдинов, Н.В.Әхмәтйәнова һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Уҡыу йортон 3,5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2012), улар араһында А.Д.Вакульский, Н.Ә. Дауытов, Л.М.Иванов, Ф.Ф.Иҙрисов, Ғ.Х.Моталов. Башҡорт дәүләт университеты, Педагогия университеты, Сәнғәт институты м‑н хеҙмәттәшлек итә. Гимназия‑интернат терр‑яһында Әлмөхәмәтовҡа һәйкәл ҡуйылған (1994).

Э.Р.Сафина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина