ӘЛМӨХӘМӘТОВ Рәшит Вәлиәхмәт улы (25.4.1934, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Бикбау а.), педагог‑методист,тел белгесе. Пед. ф. канд. (1967), проф. (1988). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1994), БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1980), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1976), СССР‑ҙың юғары мәктәбе отличнигы (1988), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1994), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлаған (1959). 1952—54 йй. Маҡар районының Көҙән 7 йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, 1959 й. алып Йомағужа районының Йомағужа урта мәктәбе директоры. 1961 й. башлап Милли мәктәптәр ҒТИ‑ның Башҡ‑н филиалында ғилми хеҙм‑р, мөдир. 1976 й. алып Стәрлетамаҡ пед. ин‑ты, 1989 й. — Башҡ‑н мәғариф хеҙм‑рҙәренең квалификацияһын күтәреү ин‑ты ректоры. 1997—2014 йй. БДПУ‑ла эшләй (2008 й. тиклем лингвистик фәндәр уҡытыу методикаһы каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре урыҫ булмаған мәктәптәрҙә урыҫ телен уҡытыу методикаһына арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни һәм уҡытыу‑методик хеҙмәт, ш. иҫ. РФ‑тың башҡорт һ.б. урыҫ булмаған мәктәптәре өсөн урыҫ теле дәреслектәре, авторы. РСФСР Пед. йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе (1971— 76). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1981).

Х е ҙ м.: Современный взгляд на историю образования Башкортостана. Уфа, 1996; Формирование лингвокультурологической компетенции учащихся башкирской школы в условиях двуязычия. Уфа, 2011.

К.Ш.Әхиәров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина