ӘЛМӨХӘМӘТОВ Рафаил Фазылйән улы (20.11.1956, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Үрге Бикбирҙе а.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1980), 1984 й. алып шунда уҡ (2010 й.башлап Физика‑техника ин‑тында фәнни эштәр һәм инновацион эшмәкәрлек б‑са дир. урынбаҫары), бер үк ваҡытта 2007 й. алып ӨДАТУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге конденсирланған хәл физикаһына, юғары ион үткәреүсән матдәләр булдырыуға һ.б. арналған. Ә. тарафынан киң класлы ҡаты электролиттарҙа ион күсереү параметрҙарын формалаштырыуҙың дөйөм законлыҡтары асыҡлана. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Магнитные и транспортные свойства соединений CuCr1-хVхS2 //Физика твёрдого тела. 1999. Т.41. Вып.8 (авторҙ.); Изучение суперионного фазового перехода в системе CuCr1-xVxS2 рентгенографическим и магнитным методами //Ш у л у ҡ. 2000. Т.42. Вып.8 (авторҙ.).

Р.Әҡшыбаев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов