ӘЛМӨХӘМӘТ СТАНЦИЯҺЫ АУЫЛЫ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Әлмөхәмәт а/с ҡарай; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән К.‑Көнс. табан 52 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 426 кеше; 1989 — 472; 2002 — 465; 2010 — 396 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Элеватор, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1954 й. “Заготзерно” Бөтә Рәсәй берекмәһенең Башҡ‑н контораһында (ҡара: “Башхлебопродукт”) иген ҡабул итеү пунктын төҙөүгә бәйле ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов