БАШКИРСКАЯ ЛЕТНЯЯ, груша сорты. 20 б. 70‑се йй. аҙағында Р.И.Болотина, Г.Ә.Мансуров (БНИИСХ) тарафынан Поля һәм Бергамот летний сорттарын һеркәләндереү юлы м‑н сығарылған. Ағас уртаса бейеклектә, сатыры йомро пирамида формаһында, уртаса ҡуйылыҡта. Япрағы уртаса ҙурлыҡта, оҙонса, йәшел, ялтыр, ситтәре ваҡ киртләсле. Емешенең ауырлығы 65—75 г, оҙонса, йәшкелт һары төҫтә. Тиресәһе шыма, майлы, тоноҡ. Итсәһе аҡ, уртаса тығыҙлыҡта, ваҡ ярмалы, һутлы, әскелтем‑сөсө. Авг. уртаһында өлгөрә, ҡулланыу ваҡыты — 2 аҙна. Ҡоро матдә миҡдары 16,4%, шәкәр — 7,9%, С витамины — 5,3 мг %. Ҡышҡа сыҙамлылығы юғары. Уңдырышлылығы 95 ц/га (Кушнаренко тәжрибә‑производство хужалығы, 2000). БАССР б‑са ҡулланылышҡа 1979 й. индерелгән, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Г.Ә.Мансуров

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика