ӘЛМӨХӘМӘТ ҠУРҒАНДАРЫ, б.э.т. 15—14 бб. — б.э. 2—3 бб. археологик ҡомартҡыһы. Әбйәлил р‑ны Әлмөхәмәт а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 2,5—3 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. һул ярында урынлашҡан. 1971 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асылған, 1975 й. һәм 1977 й. А.Х.Пшеничнюк тикшергән. Ҡомартҡы 23 ҡурғандан тора, улар өс төркөмгә бүленә: төньяҡ (диам. 8—30 м, бейеклеге 0,2—2,5 м булған 10 ҡурған), үҙәк (диам. 15—20 м, бейеклеге 0,4—0,8 м булған 6 ҡурған), көньяҡ төркөм (диам. 10—30 м, бейеклеге 0,2—1,3 м булған 7 ҡурған). Ҡәберлектәр тупраҡ өйөмө м‑н уратып алынған, бер ни тиклем өлөшөнә тотош йәки ситтәре буйлап таш түшәлгән. Һәр ҡурған аҫтында 1—4 ҡәбер урынлашҡан. Ҡәберҙәр­ҙең төп өлөшө (19 ҡурған) Сармат мәҙәниәтенәҡарай. Мәйеттәр ябай ҡәбер соҡорҙарында салҡан һалып, баштары м‑н көньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Сатыр формаһындағы ағас ҡәбер өҫтө ҡоролмалары, эстән көпләнгән ҡәберҙәр осрай. Керамика һырлы биҙәкле көршәккә оҡшаш әүәләп эшләнгән һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәбергә ҡорал (өс ҡырлы һәм өс тармаҡлы бронза уҡ башаҡтары, тимер ҡылыстар һәм хәнйәрҙәр, йәйә өсөн һөйәк пластинкалар), ат егеү кәрәк‑ярағы (бронза пластинкалар, тимер һәм һөйәк ауыҙлыҡтар), биҙәүестәр (бронза айылдар, сикә сулпылары, ҡаптырма‑фибулалар, көҙгөләр, алтын ҡалай м‑н көпләнгән муйын сулпыһы, тимер беләҙектәр, быяла муйынсаҡтар) һалынған. Таш ҡорбанлыҡтар табылған. 2 ҡурғандағы ҡәберҙәр Һынташты мәҙәниәтенә ҡарай. Ҡатмарлы ҡыя һыҙыҡтар һәм өсмөйөштәр м‑н биҙәлгән һауыттар табылған. Ә.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: П ш е н и ч н ю к А.Х. Культура ранних кочевников Южного Урала. М., 1983.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. Д.К.Үзбәков