ӘЛМӨХӘМӘТ ИБРАҺИМОВ (? – 1791 й. һуң), Исәт провинцияһының хеҙмәтле татарҙарынан Уложенный комиссия депутаты. Исәт провинцияһының Могильная а. (хәҙ. Ҡурған өлк. Әлшәй а.) йәшәгән. Мулла. Комиссияға Себер һәм Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт иткән өсөн түләү индереү, ирекле сауҙа, йөкләмәләрҙе кәметеү, хеҙмәтле татарҙарҙың аҫаба башҡорттар һәм крәҫтиәндәр м‑н ер мөнәсәбәттәрен көйләү т‑да наказдар тапшыра. 1767—68 йй. ислам динен тотоу ирке, яһаҡтан азат итеү һ.б. т‑да наказдарға өҫтәмә индерә. Ирекле сауҙа яҡлы була; “Аҫыл һөйәктәр проекты”н тикшергәндә дворяндарҙың өҫтөнлөктәрен киңәйтеүгә ҡаршы сығыш яһаған депутаттарға ҡушыла.

Әҙәб.: В а с и л ь е в И.М. Податное и военно‑служилое население Башкирии по наказам в Уложенную комиссию 1767 г. В 2 ч. Уфа, 2000.

И.М.Васильев

Тәрж. М.Х.Хужин