ӘЛМӨХӘМӘТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Әлмөхәмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 47 км һәм Әлмөхәмәт т. юл ст. Көнб. табан 3 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урын­лашҡан. Халҡы: 1900 й. – 519 кеше; 1920 – 905; 1939 – 669; 1959 – 802; 1989 – 616; 2002 – 649; 2010 – 659 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп‑балалар баҡсаһы (Сиҙәм урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған (уның улдары Абдрахман һәм Ишбулды Әлмөхәмәтовтар билдәле). Шулай уҡ Ҡолбаҡты булараҡ теркәлгән. 1795 й. 31 йортта 257 кеше йәшәгән, 1866 й. 107 йортта – 613 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне иҫәпкә алынған; йәрминкәләр үткәрелгән. Ауыл эргәһендә Әлмөхәмәт ҡурғандары һәм Баҡырүҙәк урынлашҡан. К.Ә.Әхмәтйәнов, С.А.Буранбаева, Р.Ҡол‑Дәүләт, Р.Ғ.Өмөтбаев ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов