ӘЛМОРОН, гөлйемеш (Rosa), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 300—500 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Энәләр м‑н ҡапланған ҡыуаҡлыҡтар. Һабаҡтары төҙ йәки дуға һымаҡ бөгөлгән, бейеклеге 70—200 см. Япраҡтары сиратлы, ишһеҙ ҡауырһын һымаҡ ҡат­марлы, ғәҙәттә һапҡа йәбешеп үҫкән ике япраҡ ҡолаҡсыны бар. Сәскәләре хуш еҫле (ҡайһы берҙә — еҫһеҙ), эре, алһыу, аҡ, һары‑аҡ төҫтә, яңғыҙ йәки ҡалҡан‑һепертке сәскәлектәргә йыйылған. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — цинародий (ғәҙәттә ҡыҙыл, сәнскәк Ә. — ҡараһыу), авг.—сент. өлгөрә. Урман ситтәрендә, битләүҙәрҙә, йылға туғайҙарында, ҡыуаҡлыҡтар араһында, сәнскәк Ә. ташлы битләүҙәрҙә үҫә. Май Ә. респ. бөтә терр‑яһында, шәрәяпраҡ Ә. — Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында, энәле Ә. — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән сәнскәк Ә. Бәләбәй (Приют ҡала тибындағы ҡасабаһы янында), Туймазы (Сатыйтауҙа), Әлшәй (Яңы Воздвиженка а. тирә‑яғында) р‑ндарында осрай. Декоратив үҫемлектәр, парктар һәм баҡсаларҙа күпләп үҫтерелә, дарыу үҫемлектәре, емештәренең итсәһе витамин етештереүҙә ҡулланыла, емештәре һәм тамырҙары дуплау матдәләре һәм буяуҙар әҙерләү өсөн сеймал булып тора.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова