ЫРЫМБУР АЙЫРЫМ КОРПУСЫ, 1816 й. 16 дек. Александр указы м‑н ойошторола; 1864 й. алып Ырымбур крайы ғәскәре. Ы.а.к составына 29‑сы (1820 й. башлап 26‑сы, 1833 й. — 23‑сө) пехота див., Башҡорт‑мишәр ғәскәре, Ставрополь ҡалмыҡ ғәскәре, Ырымбур казак ғәскәре, Урал казак ғәскәре, 1‑се һәм 2‑се типтәр атлы полктары, 14‑се гарнизон артиллерия бригадаһы, Ырымбур һәм Орск инженер командалары, 35‑се хәрби‑эш ротаһы, 12 инвалидтар, 2 этап командалары, Неплюев хәрби уч‑щеһы (ҡара: Неплюев кадет корпусы) һәм корпус госпитале ингән. Ы.а.к. ғәскәрҙәре 1828—29 йй. рус‑төрөк һуғышында (4‑се Урал казак, 8‑се һәм 9‑сы Ырымбур казак полктары), 1830—31 йй. поляк ихтилалын баҫтырыуҙа (4‑се Урал казак, 2‑се типтәр регуляр атлы, 3—7‑се башҡорт атлы полктары), Хиуа походында (1839—40), 1853 й. Аҡ Мәсеткә походта [ҡара: Коканд походтары (1852, 1853)], Ҡырым һуғышында (1853—56) ҡатнашҡан. Ы.а.к. ком.: инфантериянан ген. П.К.Эссен (1817—30), ген.‑лейт. П.П. Сухтелен (1830—33), ген.‑майор В.А.Перовский (1833—42; 1851— 57), инфантериянан ген. В.А.Обручев (1842—51), ген.‑лейт. А.А.Катенин (1857—60), артиллериянан ген. А.П.Безак (1860—64).

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин