ЫРНЫҠШЫ, Иҫке Ырныҡшы, Баҡрыл, Архангел р‑нындағы ауыл, Ырныҡшы а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 15 км һәм Приуралье т. юл ст. Көнб. табан 21 км алыҫлыҡта Ырныҡшы й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында, Өфө — Инйәр — Белорет автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2014 кеше; 1920 — 2340 (Ырныҡшы утарҙары м‑н бергә иҫәпкә алынған); 1939 — 2051; 1959 — 1382; 1989 — 521; 2002 — 498; 2010 — 447 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 1769 й. Архангел баҡыр иретеү заводы (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1755 й. Баҡралы исеме м‑н) эргәһендә торама булараҡ нигеҙ һалынған, тип фараз ителә. 1795 й. 840 кеше йәшәгән, 1865 й. 265 йортта — 1419 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр, з‑дта эшләгәндәр. Часовня булған. 1906 й. сиркәү (1884 й. төҙөлгән), земство мәктәбе, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, мануфактура, шарап һәм 3 бакалея кибете, кирбес һәм 3 туғын яһау оҫтаханаһы, мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында ылаусылыҡ булған. В.Ф.Анохин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов