ӘЛЙӘН, тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2003). Ейәнсура р‑ны Абҙан а. көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Әселе й. (Һаҡмар й. басс.) һул ярында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 361 м. Формаһы һуҙылған. Мәмерйәләр бар; битләүҙәре текә. Тауҙы барлыҡҡа килтергән тоҡомдар әселе ярусыныңтерәк киҫелеше булып тора. Ландшафы көлһыуланған ҡара тупраҡтағы ҡыл­ғанлы, ташлы, ҡыуаҡлы һәм болонло далаларҙан ғибәрәт. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре осрай: Биберштейн тюльпаны, Гельм астрагалы, Коржинский ҡылғаны, көмөш тәң­кәғуҙаҡ, тарбаҡай татыр билсәне, сыбар сәскә, эйелеүсән тюльпан һ.б. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һыуыр йәшәй.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. А.Н.Күсеев