ӘЛИФТӘР (гр. аleipha – май), үҫемлек майы йәки алкид ыҫмалалары нигеҙендә әҙерләнгән плёнка барлыҡҡа килтереүсе матдәләр. Һарынан алып ҡарағусҡыл ҡыҙылға тиклем төҫтәге үтә күренмәле шыйыҡса.Тәбиғи (окисланған, полимерлаштырылған), ярым тәбиғи (“оксолдәр”, кастор Ә.), ҡатнаш (окисланған һәм һыуһыҙландырылған майҙар ҡатышмаһы), композицион, алкид (глифталь, пентафталь), синтетик (суррогат) Ә. айырыла. Тәбиғи Ә. — окисланыуға һәм полимерлашыуға дусар ителгән кибеп бөтмәгән майҙарҙан, ярым тәбиғи Ә. эшкәртелгән майҙар нигеҙендә әҙерләнә. Ҡатнаш Ә. – бер аҙ окисланып кипкән йәки ярым кипкән, 120—130°С һыуһыҙландырылған майҙарҙың (көнбағыш, соя һ.б.) уайт‑спириттағы (ҡара: Бензиндар) эретмәһе. Композицион Ә. ҡатнаш Ә. нефть‑полимер ыҫмалалары, шыйыҡ каучук тибындағы һ.б. модификаторҙар (50%‑ҡа тиклем) м‑н ҡатышмаһы нигеҙендә әҙерләнә. Алкид Ә. – алкид ыҫмалаларының уайт‑спириттағы 50%‑лы эретмәләре; глифталь Ә. алыу өсөн майҙар глицерин йәки фталь ангидриды, пентафталь Ә. — майҙар пентаэритрит м‑н переэтерификациялана. Синтетик Ә. – нефть (нефть‑полимер), һәүерташ, үҙағас эшкәртеү продукттарының, синтетик каучук етештереү ҡалдыҡтарының органик эреткестәрҙәге эретмәһе. Тәбиғи Ә. осмай торған матдәләр 95—97%, ҡатнаш Ә. – 70—72%, “оксолдәрҙә” һәм композицион Ә. 54—56% тәшкил итә. Ә. ағас, металл, ҡатырға һ.б. йөҙҙәрҙе яҡшы еүешләй. Ябай шарттарҙа осоусан өлөшөнөң (эреткестең) парға әйләнеүе һәм плёнка барлыҡҡа килтереүсе осмай торған нигеҙенең окисланып полимерлашыуы һөҙөмтәһендә һыуҙа һәм органик эреткестәрҙә эремәй торған һығылмалы, ныҡ адсорбцияланған лак плён­каһы барлыҡҡа килтереп кибә. Ә. кибеүсәнлеген яҡшыртыу өсөн сиккативтар (башлыса ҡурғаш, марганец, кобальт тоҙҙары) өҫтәлә. Ә. төп талаптар: тулыһынса кибеү ваҡыты (24 сәғ.), буяуҙың (ҡара: Лак һәм лак‑буяу материалдары) желатинға әйләнеүен булдырмау өсөн түбән әселек,Ә.төҫө буяу төҫөнә тәьҫир итмәҫкә тейеш. Башлыса майлы буяуҙар әҙерләү һәм уларҙы шыйығайтыу, ағасҡа һеңдереү һәм пигменттарҙы шыйығайтыу өсөн файҙаланыла. Баш­ҡортостанда нефть‑полимер Ә. етештереү Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында һәм “Кау­чук” ЯАЙ‑нда, тәбиғи Ә. шыйыҡлағысы сифатындағы пипериленлы фракция нигеҙендә Пентоль синтетик Ә. –“Каучук”ЯАЙ‑нда,ПМ‑1маркалыкомпозицион Ә. – Стәрлетамаҡ неф­техимия заводында, Оксоль, нефть‑полимер, ПМ‑1 маркалы, тәбиғи етен Ә. етештереү Өфө лак‑буяу заводында үҙләштерелә. 1982 й. алып Стәрлетамаҡ нефтехимия з‑ды СКОП маркалы синтетик каучук (Ә. етештереүҙә үҫемлек майын алмаштырыусы) сығара.

Әҙәб.: Охрименко И.С., Верхоланцев В.В. Химия и технология плён­кообразующих веществ. Л., 1978.

Й.Ф.Ғәлимов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов