ӘЛИМОВ Владимир Ришат улы (6.12.1957, БАССР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны Ҡариҙел а.), лётчик, полковник (2004). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000). РФ‑тың атҡ. хәрби лётчигы (2005), лётчик‑снайпер (2003). 1996 й. һәм 1999 й. Чечен Респ. хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Викт.Р.Әлимовтың ҡустыһы. Һарытау юғары хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһын тамамлаған (1979). 1975 й. алып Совет Армияһында, 1992 й. башлап Рәсәй армияһында. 1986 й. Чернобыль АЭС‑ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша. Герой исеменә РФ Хәрби һауа көстәренең Даими әҙерлектәге айырым вертолёт полкы эскадрилья ком. урынбаҫары майор Ә. алышта һәм 1999 й. 13 дек. Аргун тарлауығында боевиктар тарафынан бәреп төшөрөлгән Ми‑8 вертолётындағы махсус тәғәйенләнештәге төркөмдө һәм экипажды ҡотҡарғанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (2008) Вязьма ҡ. башлығы советнигы булып эшләй. Ҡыҙыл Йондоҙ (1990), Батырлыҡ (1996), “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” (1999) орд. м‑н бүләкләнгән. Ә. исеме м‑н Ҡариҙел р‑ны Абыҙ а. урам аталған.

Е.А.Смирнов

Тәрж. М.Х.Хужин