ӘЛИМОВ Викторий (Виктор) Ришат улы (21.10.1946, БАССР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны Ҡариҙел а. – 19.7.2012, Өфө), фоторәссам. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2005). Фоторәссамдар союзы ағзаһы (1992). Вл.Р.Әлимовтың ағаһы. Ситтән тороп уҡыу халыҡ сәнғәт ун‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1982; Р.А.Крупнов оҫтаханаһы). 1978—94 йй. “Норильский никель” Рәсәй АЙ фотографы, 1996—2002 йй. Респ. халыҡ ижады үҙәге (Өфө) фоторәссамы. Пейзаж (“Таймыр”, “Төньяҡ калейдоскобы” сериялары), портрет (“Ҡариҙелдән Машенька”, “Тәмле!” һ.б.) жанрҙарында эшләгән. Ижадында тематик картиналар мөһим урын биләй: “Һабантуй”, “Ҡапҡасы”, “Төньяҡ сабыйҙары”. 1977 й. алып фотокүргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: “Төньяҡ калейдоскобы” (Красноярск ҡ., 1980), “Таш өҫтөндәге сәскәләр” (Норильск ҡ., 1989), “Һаумы, Башҡортостан” (Өфө, Мәләүез ҡҡ., 1996), “Ниндәй матур был донъя” (Өфө, 2000), “Ваҡыт көҙгөһөндә” (Өфө, 2001, 2016; Туймазы ҡ., 2001), “Тыуған Башҡортостан” (Өфө, 2003) һ.б. Ҡайһы бер эштәре Голландияның Фотосәнғәт музейында (Амстердам), Пила ҡ. (Польша) Фотография ойошмаһы фондтарында һаҡлана.

Р.И.Килмәмәтов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов