ӘЛИМҒОЛ, К ә к ү к, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Волостновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Мәләүез т. юл ст.К.‑Көнс.табан 36 км алыҫлыҡта Ишкәнәк й. (Ағиҙел й. басс.) буйында, Наҡаҫбаш заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 250 кеше; 1920 – 290; 1939 – 169; 1959 – 212; 1989 – 112; 2002 –107; 2010 – 103 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡара‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1798 й. алып (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1772 й.) билдәле. Тәүге төпләнеүсе хорунжий Әлимғол Азатов исеме м‑н аталған. 1866 й. 40 йортта 255 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Ә.М.Ишемғолов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов