ЫРҒЫҘ‑КӘМӘЛЕК БАШҠОРТТАРЫ, башҡорттарҙың этник төркөмө. Һамар өлкәһе­нең Оло Глушица р‑нында һәм Оло Чернигов районында, Һарытау өлк. Перелюб районында һәм Пугачёв районында йәшәй. 1989 й. Һамар өлк. 7495, 2002 й. — 7885; ошоға ярашлы Һарытау өлкәһендә — 4087 һәм 3988 башҡорт йәшәгән. Ы.‑К.б. һөйләү теле башҡорт теленең көньяҡ диалектына ҡарай, дим һәм эйек‑һаҡмар һөйләштәре бар. Диндарҙары — мосолман‑сөнниҙәр (ҡара: Сөнниселек). Ы.‑К.б. формалашыу нигеҙен көньяҡ‑көнсығыш (бөрйән, ҡыпсаҡ, тамъян, түңгәүер, үҫәргән, юрматы), төньяҡ‑көнсығыш (ҡатай, табын) һәм көньяҡ‑көнбайыш (мең) этнографик төркөмгә ҡараған ҡәбиләләр тәшкил иткән. Тупланып йәшәү урыны б‑са Ы.‑К.б. шартлы рәүештә Һамар һәм Һарытау башҡорттарына айырыла. Ы.‑К.б. күпселеге понтий һәм көньяҡ себер антропологик тибына ҡарай. Тәүге тип Волга‑Урал төбәгенең боронғо европеоид халҡына хас, икенсеһе Алтын Урҙа осоронда күсенгән монголоид төркөмдәр м‑н ҡушылыу һөҙөмтәһендә формалашҡан. Б.э. 1‑се мең йыллығында Ы.‑К.б. көньяҡта Эмба й. алып төньяҡта Ҡондорса й. тиклем, көнбайышта Чиж һәм Үҙән йй. алып көнсығышта Быҙаулыҡ й. тиклем терр‑яла (ҡара: Башҡортостан) таралған. 13 б. алып Ы.‑К.б. ерҙәре Алтын Урҙа, 15 б. башлап Әстерхан ханлығына һәм Нуғай Урҙаһына ингән. 16 б. бында үҙәк һәм көньяҡ Башҡортостандан башҡорттар күсенеп ултыра. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, Ы.‑К.б. төп өлөшө аҫаба ерҙәренең (ҡара: Аҫабалыҡ, Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) сиктәре юридик яҡтан нығытылған жалованный грамоталар алған. 18 б. башына тиклем Ы.‑К.б. ерҙәре Ҡазан һарайы приказы ҡарамағында, 1708—17 йй., 1728—44 йй. Ҡазан губернаһы, 1717—28 йй., 1764—80 йй. — Әстерхан губ., 1744—64 йй. Ырымбур губернаһы, 1780 й. алып Һарытау наместниклығы, 1797 й. башлап Һарытау губернаһының Вольск, Николаевск, Һарытау, Хвалынск өйәҙҙәре, 1850 й. — Һамар губернаһы, 1929 й. алып Боғорослан өйәҙе, Быҙаулыҡ өйәҙе, Түб. Волга һәм Урта Волга крайҙарының Николаевск өйәҙе, 1936 й. башлап Һамар һәм Һарытау өлк. составында була. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәндән һуң, Ы.‑К.б. 9‑сы башҡорт кантоны составына ингән.

1897 й. Һамар губ. Боғорослан өйәҙендә 9,5 мең, Быҙаулыҡ өйәҙендә — 9,8 мең, Николаевск өйәҙендә — 7,5 мең, Яңы Үҙән өйәҙендә — 0,7 мең; Һарытау губ. Петровск өйә­ҙендә 1,2 мең башҡорт йәшәгән. 20 б. 20‑се йй. Ы.‑К.б. күпселек өлөшө Ҡаҙағстанға, Ырымбур өлкәһенә, Хәйбулла районына, Йылайыр районына һәм Баймаҡ районына күсенгән. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа миграцияға бәйле крайҙа башҡорт халҡының һаны кәмей.

Ы.‑К.б. малсылыҡҡа нигеҙләнгән хужалыҡ‑мәҙәни тибы барлыҡҡа килгән. Хужалыҡ нигеҙен игенселек, һунар, балыҡсылыҡ һәм солоҡсолоҡ м‑н бергә алып барылған һыйырсылыҡ тәшкил иткән. Башлыса йылҡы һәм һарыҡ, аҙыраҡ дөйә, һыйыр малы һәм кәзә үрсеткәндәр. Өс баҫыулы сәсеү әйләнешенә нигеҙләнгән иген‑пар системаһы таралған. Бойҙай, арпа, һоло, арыш, тары, техник культуралар һәм ҡауын‑ҡарбуз культуралары үҫтергәндәр. Төрлө ер эшкәртеү ҡоралдары ҡулланылған: ауыр һәм еңел һабандар, һуҡа, тырма, ураҡ һ.б. Ҡиммәтле тиреле йәнлектәргә, айыу, бүре, ҡабанға һ.б. һунар иткәндәр; ҡоштар ярҙамында һунар итеү таралған. Йылым, ҡармаҡ һәм ептәрҙән үрелгән кәрзин м‑н балыҡ тотҡандар. Өй эштәренән балаҫ һуғыу, кейеҙ баҫыу, тула баҫыу, туҡыусылыҡ таралған; ш. уҡ тире эшкәртеү (ҡара: Күн эше), сигеү, бәйләү, үреү, ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы, тиренән эшләнгән өй кәрәк‑ярағы, туҙҙан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы яһау, төрлө кәсептәр м‑н шөғөлләнгәндәр.

Ярым күсмә тормош шарттарында Ы.‑К.б. бер нисә торалары (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) булған. Ултыраҡ тормошҡа күсеү процесында ҡышҡы торамалар урынында ауылдар барлыҡҡа килгән. 19 б. аҙ. Ы.‑К.б. ауылдарында таҡта йәки ер иҙәнле саман йәки ситән, һирәгерәк бүрәнә, таш һ.б. торлаҡ таралған. Түбәләре ҡамыш йәки һалам м‑н ябылып, өҫ­төнә тупраҡ һалынған. Ҡайһы берҙә түбәне, өйҙөң эске һәм тышҡы стеналарын балсыҡ м‑н һылағандар. Традицион интерьер мейес йәки сыуалдан, яҫтыҡ, кейеҙ һ.б. һалынған урын­дыҡтан торған. Кейем тегеү өсөн етен, ебәк һәм кизе‑мамыҡ туҡымалар, йөн, тире, күн һ.б. файҙаланғандар. Традицион өҫ кейеме елән, камзул, тун, сәкмәндән (ҡара: Башҡорт кейеме) торған. Кәзәкей ирҙәрҙең иң таралған өҫ кейеме булған, ирҙәр башына ҡолаҡсын, бүрек, түбәтәй кейгән, ҡатын‑ҡыҙ яулыҡ, таҫтар, шәл ябынған. Аяҡ кейемен (ҡата, ситек) буҫтау ҡушып күндән теккәндәр. Традицион биҙәүестәр түш биҙәүестәренән, сәс биҙәүестәренән, беләҙектән, балдаҡ һәм маңлай биҙәүестәренән торған.

Традицион аш‑һыуында ит һәм һөт аштары өҫтөнлөк иткән, ш. уҡ ярма, балыҡ, үлән тамыры, емеш‑еләк ҡулланылған (ҡара: Башҡорт аш‑һыуы). Эсемлектәрҙән күберәк айран, буҙа, ҡымыҙ эскәндәр. Байрам табынына традицион рәүештә бишбармаҡ, ҡаҙы, тултырма, өлөш бешергәндәр, сәй табынына бауырһаҡ, ҡоймаҡ, йыуаса, ҡыҙыл эремсек һ.б. ҡуйғандар.

Ы.‑К.б. ырыу‑ҡәбилә ҡоролошоноң төп өлөшө булып ҡәбилә, ырыу, ырыу бүленеше һәм ҡәрҙәш ғаилә төркөмдәре (ҡара: Аймаҡ, Түбә) торған. Ы.‑К.б. бәләкәй ғаилә формаһы таралған, атай кеше ғаилә башлығы һаналған (мөлкәт м‑н эш иткән һәм юридик яҡтан ғаиләнең вәкиле булған), ш. уҡ туғанлыҡ һәм уртаҡ хужалыҡ нигеҙендә ҡоролған күмәк ғаилә (бер нисә никахлы парҙан торған) булған. Ы.‑К.б. ғаилә‑никах мөнәсәбәттәрендә экзогамия өҫтөнлөк иткән. Никахтар ҡоҙалау б‑са башҡарылған, ҡыҙ урлау йолаһы булған.

Йыйындар, традицион байрамдар һәм йолалар башлыса яҙ һәм йәй миҙгелдәрендә үткәрелгән (ҡара: Ҡарғатуй, Кәкүк сәйе, Ер эшкәртеүгә бәйле йолалар, Малсылыҡҡа бәйле йолалар һ.б.). Ғаилә байрамдары уҙғарылған (ҡара: Туй, Бала тыуыуға бәйле йолалар, Бишек туйы, Исем ҡушыу).

Ы.‑К.б. халыҡ ауыҙ‑тел ижадында башҡорт халыҡ йырҙарының (ҡара: “Башҡорт халҡ йырҙары”), легенда һәм эпостарҙың, ш. иҫ. “Урал батыр”, “Буранбай”, “Ырғыҙ” һ.б., ырыу һәм ҡәбиләләр, ауылдарҙың барлыҡҡа килеүе һәм уларҙың атмалары, төп тарихи ваҡиғалар т‑дағы риүәйәттәрҙең төрлө варианттары билдәле. “Сәҙе буйы”, “Кәмәлек”, “Ырғыҙ буйы” һ.б. йырҙар таралған.

Ы.‑К.б. биҙәү‑ҡулланма сәнғәтенә төрлө нәфис эшкәртеү алымдары, орнаменттар, төҫтәр байлығы хас. Кейем‑һалымды һәм хужалыҡ кәрәк‑яраҡтарын биҙәү өсөн аппликация, сигеү һ.б. киң ҡулланылған.

Ы.‑К.б. үләндәр м‑н дауалауҙың (ҡара: Халыҡ медицинаһы) төрлө алымдары билдәле булған. Ҡайһы бер йолалар исламға тиклемге дини инаныуҙарға бәйле булған.

Ы.‑К.б. араһынан сыҡҡан кешеләр: Ғ.Д.Дәүләтшин, Ғ.Й.Дәүләтшин, Һ.Л.Дәүләтшина, Х.Й.Йомағолов, Ф.Х.Мостафина, Р.Ниғмәти һ.б.

18 б. аҙ. — 19 б. 1‑се ярт. Бөрйән, Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Мең, Үҫәргән, Юрматы улустары башҡорттары тарафынан торама пункттарға нигеҙ һалынған (ҡара: табл.). 2002 й. мәғлү­мәттәр б‑са (%‑тарҙа), Ы.‑К.б. Һамар өлк. Бугринка (48), Диңгеҙбай (96), Имеләй (82), Ырғыҙ (78), Исток (56), Каменнодольск (92), Кинйәғол, (98), Костино (57), Ҡасҡын (90), Моратша (100), Рязанск (34), Ташкүстән (96), Үтәкәй (96), Хәсән (82), Южный (27); Һарытау өлк. Байғондо (81), Бобров Гай (86), Калинин (31), Күсәбай (91), Кондуковский (45), Ҡунаҡбай (91), Күсембәт (77), Мәҡсүт (87), Муравли (72), Наука (29) һ.б. торама пункттарҙа йәшәй.

Әҙәб.: Н а д е р г у л о в У.Ф. Иргизо‑камеликские башкиры. Уфа, 1996; Б ы ч к о в Ю.И., Р а ш и т о в Ф.А. Башкиры на Камелике: ист.‑этногр. очерки. Саратов, 2006.

М.М.Маннапов, Р.М.Йосопов

Тәрж. М.Х.Хужин