ӘЛИБАЙ МЫРҘАҒОЛОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһының Ҡырҡ Өйлө‑Мең улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы, ш. уҡ даруғаныңбаш старшинаһы вазифаһын башҡарған. 1773 й. окт. Өфө провинцияһының Стәрлетамаҡ пристане эргәһендә башҡорт‑мишәр хөкүмәт командаһын ойоштороуҙа ҡатнаша. Нояб. башында Салауат Юлаев м‑н бергә команданың бер өлөшөн баш күтәреүселәргә алып килә. 1774 й. мартына тиклем Кинйә Арыҫланов ставкаһында Берда баш күтәреүселәр үҙәгендә хеҙмәт итә. Апр. башында Ә.М. Нуғай даруғаһының старшиналары м‑н бергә Өфө провинция канцелярияһына ғәйебен танып килә. 1774 й. йәйендә баш күтәреүселәр яғына сыға, 5 июлдә Ашҡаҙар й. янында кенәз П.М.Голицын етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре м‑н һуғышта етәкселәрҙең береһе була. Июль уртаһында хөкүмәт яғына сыға. Ихтилалды баҫтырыуҙа ҡатнаша, 1774 й. көҙөндә баш күтәреүсе башҡорт старшиналарын Ҡазан йәшерен комиссияһына оҙатыуҙы ойоштора. 70‑се йй. аҙ. – 90‑сы йй. башында улус старшинаһы булып хеҙмәт итә. Ҡырҡ Өйлө‑Мең улусының Әлибай а. (хәҙ. Шишмә р‑нының Әлбәй а.) уның исеме м‑н аталған.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин