БАЙМАҠ УРТА МӘКТӘБЕ №1. 1878 й. 1 класлы башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ‑башҡ.) булараҡ нигеҙ һалына, 1918 й. алып Ғ.С.Иҙелбаев һәм Ғ.С.Мағазов ис. 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1926 й. — 2‑се баҫҡыс мәктәбе, 1928 й. — 7 йыллыҡ фабрика‑завод мәктәбе, 1934 й. — хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә. 1930—40 йй. мәктәптә Башҡортостандың Урал аръяғы р‑ндарынан балалар уҡый. Уҡытыу оҫтаханалары, музейы бар. 1‑се Б.у.м. м‑н М.Н.Иҫәнбаев, М.Фәйзи, Ә.М.Чанышев, С.Р.Әлибаев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Урта мәктәпте 5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында К.А.Вәлиев, А.Ә.Ғүмәров, И.И.Ғүмәров, Н.Иҙелбай, Э.Ф.Ишбирҙин, Х.И.Ҡурсаев, Ғ.Х.Мусин, Ә.Ф.Мәмәтов, Р.Ғ.Туйсина, Й.Ә.Яҡшыдәүләтов; бында ш. уҡ Ф.Й.Ҡудашева, Ә.З.Әсфәндиәров уҡыған.

И.Х.Байымов, Р.И.Үтәғолов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика