ӘЛИБАЙ (Әлибаев) Сафуан Әфтәх улы [21.2.1941, БАССР‑ҙың Малаяҙ р‑ны Тирмән а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) – 6.7.2014, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], шағир. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1991). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). БДУ‑ны тамамлаған (1966). 1965 й. алып “Башҡортостан пионеры” гәз. бүлек мөдире, яуаплы секретарь һәм 1977 й. башлап мөхәррир, 1986 й. алып “Совет Башҡортостаны” гәз. баш мөхәррир урынбаҫары. 1991–95 йй. “Ағиҙел” ж. хеҙм‑р, 1998–2000 йй. баш мөхәррир, 1995–98 йй. Ә.Вәлиди ис. Милли китапхана директоры. Балалар өсөн яҙылған “Беҙҙең юлдаш – яҡты ҡояш” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1968 й. сыға. “Артылыш” (1970), “Ҡойон” (1985) лирик шиғырҙар йыйынтыҡтары мөхәббәт һәм йәштәр темаһына арналған. Ә. шиғырҙарына Р.Х.Ғәзизов, Н.Ә.Дауытов, З.Ғ.Исмәғилев, Р.В.Сәлмәнов, Р.Х.Сәхәүетдинова, Р.М.Хәсәнов, Д.Д.Хәсәншин һ.б. композиторҙар популяр йырҙар ижад иткән. Ә. әхлаҡ, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш мәсьәләләре күтәрелгән, дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек өсөн көрәш күрһәтелгән “Айыу бабай йоҡламай” (1992), “Сәйер сәйәхәт” (1994), “Салауат саҡырыуы” (2004) пьесалары б‑са 20 б. 90‑сы йй. 1‑се ярт. – 21 б. башында Ҡурсаҡ театрында спектаклдәр ҡуйыла. Балалар өсөн яҙылған “Тылсымлы шар” (1994) шиғырҙар, йырҙар һәм әкиәттәр китабы ЮНЕСКО ҡарамағындағы Халыҡ‑ара балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар советының Х.К.Андерсен ис. Почётлы дипломына лайыҡ була (1996). Ғ.Сәләм (1986), Һ. Дәүләтшина (2013) ис. пр. лауреаты. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2011).

Ә ҫ ә р ҙ.: Йылдарым һәм йырҙарым: шиғырҙар, йырҙар, поэмалар. Өфө, 1999; Балалар өсөн. Өфө, 2001; Һайланма әҫәрҙәр. 1–2 томдар. Өфө, 2009–2010.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов