“ЫНЙЫҠАЙ МЕНӘН ЮЛДЫҠАЙ”, башҡорт халыҡ йыры, һалмаҡ көй. Тәүге тапҡыр йыр һәм уның легендаһы С.Г.Рыбаков тарафынан 1894 й. Ырымбур губ. Орск өйәҙе Солтан приискыһында (хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) Абдрахман Үҙәнбаевтан яҙып алына һәм “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары” китабында баҫтырыла. Артабанғы варианттарын Ғ.Ғ.Ишбулатов, Ф.Х.Камаев, М.М.Сәғитов, Н.Д.Шоңҡаров яҙып ала. Эпик йыр. Рыбаков яҙып алған версия б‑са, йыр ете ҡыҙ йәшәгән йәйләүҙә булған ваҡиғаға бәйле барлыҡҡа килә. Уларҙың береһе йәрәшелгән була. Бер ваҡыт йәй көнө бөтәһе лә бесәнлеккә киткәндән һуң кейәү егет ҡыҙҙарға килә. Ҡымыҙ һәм ит алыр өсөн егет күршеләге байҙың ҡыуышына менә, әммә төшкәндә эсе м‑н салғыларға йығыла һәм үлә. Ҡыҙҙарҙы, үлтереүҙә ғәйепләп, Себергә һөргөнгә ебәрәләр. Көсөргәнешле ваҡиғаларҙан һуң ике ҡыҙ йыр ижад итә, һуңыраҡ был йыр уларҙың исеме м‑н атала. Башҡа версия б‑са Ынйыҡай — ҡыҙ, Юлдыҡай — егет исеме. Ултырма ваҡытында ҡыҙҙың әхирәте бәхетһеҙлек һөҙөмтәһендә һәләк була. Енәйәттә ғәйепләнгән ғашиҡтар зинданға ябыла. Көй киң диапазон­лы (дуодецима), орнаментикаһы юҡ, муз. фразалар күп тапҡыр ҡабатлана. Драматик көсөргәнешлеккә көйҙәге квинта тонына үрләгән хәрәкәт һәм ҡапыл октаваға түбәнәйгән һикереш м‑н артабанғы терция тонына хәрәкәт һөҙөмтәһендә ирешелә. Башҡарыусылар араһында Ф.Ә.Килдейәрова бар. Йыр мотивтары б‑са Ғ.С.Әлмөхәмәтов — ш. уҡ исемле опера (ҡулъяҙма), Х.Ғ.Ғәбитов пьеса ижад итә.

Әҙәб.:Шафиҡ” мәҡ. ҡарағыҙ.

Г.С.Хәмитова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова