“ЫНЙЫ”, Мотор эшләүсе” мәҙәниәт һарайының бейеү ансамбле. 1938 й. Калинин М.И. исемендәге мәҙәниәт йортоноң башҡорт бейеү ансамбле булараҡ ойошторола, 1985 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 1968 й. хәҙ. статусын ала. 1964 й. “халыҡ” исеме бирелә. Репертуарында башҡорт (“Айлы кис”, “Арҡайым батырҙары”, “Бөрйән ҡыҙҙары”, “Кө­төүселәр”, “Һабантуй”), белорус (“Кивуха”), мари [“Һигеҙ пар” (“Восемь пар”)], сыуаш [“Күңелле бейеү” (“Весёлая пляска”)], татар (“Бәхетле йәшлек”, “Дуҫтар‑көндәштәр”), украин [“Гопак”, “Өйөрмә” (“Вихрь”)], урыҫ [“Себер бейеүе” (“Сибирская пляска”), “Төньяҡ бейеүе” (“Северная пляска”), “Ярков кадриле” (“Ярковская кадриль”)] һ.б. бейеүҙәр бар. Мәскәүҙә БР көндәрендә (1997), Халыҡ‑ара фольклор фестивалендә (Гронинген ҡ., Нидерланд, 2000) ҡатнаша. Рәсәй буйлап һәм сит илдәрҙә (Бельгия, Болгария, Италия, Төркиә, Франция һ.б.) гастролдәрҙә була. М.С.Годенко ис. Бөтә Рәсәй хореография коллективтары конкурсы (Красноярск ҡ., 1994), халыҡ‑ара фольклор (Кори ҡ., Италия, 1997), “Ублон” (Агно ҡ., Франция, 1996) фестивалдәре, фольклор арт‑фестивале (Пекин, 1998), Тармаҡ‑ара хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ сәнғәт ижады фестивале (1997), Ф.Ғәскәров ис. респ. халыҡ бейеүҙәре (1994, 2006; Гран‑при), “Еңеү салюты” халыҡ ижады (2000) фестивалдәре, “Һаумы, ХХI быуат! — Здравствуй, ХХI век!” халыҡ ижады фестиваль‑эстафетаһы (2001; бөтәһе лә — Өфө) һ.б. лауреаты. Художество етәкселәре һәм бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусылары: Р.Ф.Йыһанов (ойоштороусы), В.Г.Степанов, А.В.Степанова.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов