ЫМЛЫҠТАР, һөйләүсенең ысынбарлыҡҡа эмоциональ һәм эмоциональ‑ихтыярлы реакцияһын белдереүсе үҙгәрмәй торған һүҙҙәр класы. Хәҙ. башҡорт телендә Ы. түбәндәге семантик төрҙәре айырыла: 1) эмоциональ мөнәсәбәтте (аптырау, асыуланыу, борсолоу, ғәйепләү, ерәнеү, ҡурҡыу, ҡыуаныу, үкенеү, хупламау, һоҡланыу һ.б.): “абау”, “ай”, “аһ‑аһ”, “ай‑ай”, “ай‑бай”, “эй”, “ну”, “ай алла”, “ана шулай”, “атаҡ”, “бәй”, “бына тағы”, “бына һин уны”, “бына һиңә кәрәк булһа”, “бынағайыш”, “бәрәкәт”, “их”, “тфү”, “уй”, “уф”, “һай”, “һөйөнсө”, “әһә” һ.б.; 2) кешеләргә (“йәме”, “йә”, “ҡана”, “марш”, “әйҙә” һ.б.), хайуандарға (бесәйҙәрҙе — “бес‑бес”, һарыҡтарҙы — “бәр‑бәр”, көсөктәрҙе — “көс‑көс”, себештәрҙе — “сип‑сип”, һы­йырҙарҙы саҡырыу өсөн ҡулланылған Ы. — “һәү‑һәү” һ.б.) бойороу һәм ялбарыу рәүешендәге төрлө ихтыярҙы белдергән Ы. бар. Ы. айырым һөйләм булып килергә мөмкин (ҡара: Синтаксис); Ы. семантикаһын аныҡлау өсөн интонация, ишара һәм мимика файҙаланыла.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов