ЫЛЫМЫҠТАР КУЛЬТУРАҺЫ, ҡаты йәки шыйыҡ туҡлыҡлы мөхиттәрҙә үҫтерелгән ылымыҡтар йыйылмаһы. Ҡатнаш һәм таҙа, тупланма һәм музей Ы.к. айырыла. Ҡатнаш Ы.к. (төрлө системалы төркөмдәрҙең ылымыҡтары) төрлө матдәләрҙең (ауыр металдар, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр һ.б.) ағыулылығын баһалау, ылымыҡтарҙың төрҙәрен асыҡлау һәм төр‑ара бәйләнештәрен тикшереү; таҙа Ы.к. (бер төргә ҡараған ылымыҡтар, уларҙың культураһында бактериялар һәм микроскопик бәшмәктәр була) ылымыҡтарҙың анатомияһын, морфологияһын, биологияһын һәм экологияһын өйрәнеү өсөн ҡулланыла. Ылымыҡтарҙың генетикаһын, биохимияһын һәм физиологияһын тикшергәндә альгологик яҡтан таҙа булған аксеник культуралар (составында башҡа организмдар булмай) файҙаланыла, улар антибиотиктар, ультрафиолет нурланыш йәки стериль туҡлыҡлы мөхиттәргә күп тапҡыр сәсеү ярҙамында алына. Тупланма Ы.к. эксперименттар үткәреү, музей Ы.к. тере ылымыҡтарҙы оҙайлы һаҡлау өсөн тәғәйенләнә. Ы.к. үҫемлектәрҙең үҫеү һәм үҫеш биостимуляторҙары сифатында, гидробионттарҙы туҡландырыу өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда Ы.к. м‑н 1974 й. алып БДУ‑ла (И.Е.Дубовик, Г.Ғ.Ҡужәхмәтов, Ф.Б.Шкундина һ.б.), 1976 й. — Педагогия университетында (Р.Р.Кәбиров, Л.А.Ғайсина, Л.С.Хәйбуллина һ.б.) шөғөлләнәләр.

Р.Р.Кәбиров, Г.Ғ.Ҡужәхмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова