ЫЛЫМЫҠТАР (Algae), күбеһенсә һыу мөхитендә йәшәгән ябай төҙөлөшлө споралы үҫемлектәр. Бер, күп күҙәнәкле, колониаль организмдар, оҙонлоғо мкм өлөштәренән алып 60 м тиклем. Яҡынса 30 мең төрө билдәле, киң таралған. Диңгеҙҙәрҙә, сөсө һәм тоҙло һыу ятҡылыҡтарында, эҫе сығанаҡтарҙа, тупраҡта һ.б. ерҙәрҙә йәшәй. БР‑ҙа яҡынса 700 һыу һәм 500 ер төрө бар. Күҙәнәктәренең төҙөлөшө, протопластарының, күҙәнәк тышсаһының һәм запас матдәләренең биохимик составы б‑са Ы. 12 бүлеге айырыла: алтынһыу ылымыҡтар, диатом ылымыҡтар, йәшел ылымыҡтар, көрән, һары‑йәшел ылымыҡтар һ.б.; ҡамсылы үҫеш стадиялары булған Ы. 2 төркөмгә бүленә: йәшел төҫлө Ы. (составында aһәм bхлорофилдары бар) — эвглена, йәшел, хара ылымыҡтары һәм һары‑көрән төҫлө Ы. (bхлорофилы юҡ һәм йыш ҡына с хлорофилы була) — алтынһыу, диатом, көрән, һары‑йәшел Ы. һ.б. Зәңгәрһыу йәшел ылымыҡтар һәм прохлорофит Ы. — прокариоттар, улар күп ваҡытта бактерияларға (цианобактериялар) индерелә. Ҡамсылар барлығы һәм туҡланыуҙың голозой тибы б‑са эвглена Ы. ҡайһы берҙә иң ябайҙарға ҡарай. Эукариот Ы. күҙәнәктәрендә хлоропластар бар, йыш ҡына пиреноидтар була. Күп күҙәнәкле Ы. тән (ҡатлансыҡ, йәки таллом) төҙөлөшө ябай: фотосинтезлаусы һәм һеңдереүсе өлөштәргә махсуслашмай, ту­ҡымаларға айырылмай. Һыу төбө Ы. табаны (таллом төбөндә киңәйгән яҫы урын) йәки ризоидтары (тарбаҡлы үҫентеләр) бар, улар грунтҡа йәбешеү, ҡайһы бер паразит төрҙәрҙә туҡлыҡлы матдәләрҙе һеңдереү ағзалары булып тора. Күҙәнәк тышсалары пектин матдәләренән, целлюлозанан, кремнийорганик берләшмәләрҙән (диатом), альгиндан һәм фу­циндан (көрән) ғибәрәт. Хәрәкәтсән формаларының ҡамсылары, ҡайһы берҙәренең күҙе һәм тартылыш вакуолдәре бар. Хлоропластары йондоҙ, таҫма, пластинка, селтәр, ваҡ диск һымаҡ. Ҡайһы бер Ы. фотосинтезлаусы пигменттарын юғалта һәм туҡланыуҙың гетеротроф тибына, ш. иҫ. паразитизмға, күсә. Ы. вегетатив, енесһеҙ һәм енесле ысул м‑н үрсей. Күп кенә бер күҙәнәкле Ы. 2 өлөшкә бүленеү юлы, эре Ы. вегетатив (ҡатлансыҡ өлөшө йәки махсус бөрөләр ярҙамында, мәҫ., сфацеляриялар) юл м‑н үҫә. Күпселек Ы. споралары (енес­һеҙ үрсеү осрағында) һәм гаметалары (енесле үрсегәндә) вегетатив күҙәнәктәрҙә йәки спорангийҙарҙа һәм гаметангийҙарҙа барлыҡҡа килә. Енси процесс формалары: изогамия, гетерогамия, оогамия һәм конъюгация. Күп күҙәнәкле төрҙәре башлыса енси юл м‑н үрсей. Ы. бер нисә төрөндә (ламинариялар, фукустар) гаметофит һәм спорофиттың сиратлашыу осраҡтары була (быуындар сиратлашыуы тип атала). Ы. — сөсө һыу ятҡылыҡтарында һәм диңгеҙҙәрҙә органик матдәнең төп продуценттары, улар биосфералағы кальций һәм кремний (диатомит ултырмалары) әйләнешендә ҡатнаша. Планктон составына ингән ирекле йөҙөүсе ваҡ төрҙәре күбәйеп китһә, һыу йәшелләнә. Күп кенә бер күҙәнәкле Ы. бәшмәктәр м‑н симбиозда лишайниктар барлыҡҡа килтерә. БР далаларының тупрағында зәңгәрһыу йәшел Ы., урмандар тупрағында — йәшел һәм һары‑йәшел, болондар тупрағында зәңгәрһыу йәшел, йәшел, диатом Ы. өҫтөнлөк итә. Төрлө йәшәү урындарында Ы. һаны 1 мл (йәки 1 г) тупраҡта бер нисә меңдән алып бер нисә млн тиклем тирбәлә. Һыу ятҡылыҡтары фитопланктонында башлыса йәшел, һирәгерәк ш. уҡ диатом һәм зәңгәрһыу йәшел Ы., фи­тобентоста диатом Ы. өҫтөнлөк итә. Ы. сапропель барлыҡҡа килеүҙә һәм ағынты һыуҙарҙы биологик таҙартыуҙа ҡатнаша. Улар тупраҡ, һыу, ҡар япмаһының бысраныуын баһалағанда һәм сәнәғәттә, а.х. файҙаланылған препараттарҙың ағыулы булыуын билдәләгәндә экологик мониторингыла; ауыл хужалығы малдарын ашатыуҙа файҙаланылған мал аҙығы өҫтәмәләрен алыу өсөн ҡулланыла. Шулай уҡ ҡара: Альгология.

Әҙәб.: К а б и р о в Р.Р. Почвенные водоросли железорудных отвалов Южного Урала Ботанический журнал. 1989. Т.74. №2; Минибаев Р.Г., Кузяхметов Г.Г., К а б и р о в Р.Р. Водоросли как биофильтры и индикаторы в природных экосистемах Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 1996. Т.1. №2; М и н и б а е в Р.Г., К а б и р о в Р.Р., М и н и б а е в Ф.Р. Общая ботаника и альгология. Уфа, 2000.

Р.Р.Кәбиров, Р.Ғ.Миңлебаев

Тәрж. Г.А.Миһранова