БАЙМАҠ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү пр‑тиеһы. 1948 й. Ишбирҙе а. (Баймаҡ р‑ны) Салауат Юлаев ис. сәнәғәт артеле булараҡ нигеҙ һалына, 1960 й. алып Баймаҡ район сәнәғәт комб‑ты, 1967 й. — Б.у.с.х., 1992 й. — МУП, 2002 й. ябыла. Составына Бөрйәнйылға, Еҙем, Ишбирҙе урман участкалары ингән. 2001 й. 150‑гә яҡын кеше эшләгән. Төҙөлөшкә яраҡлы ағас, ағас-таҡта, утын һ.б. етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Ш.Ғ.Ғөбәйҙуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика