ЫЛАСЫН ҺЫМАҠТАР, көндөҙгө йыртҡыс ҡоштар (Falconiformes), ҡоштар отряды. 4 ғаиләһе, яҡынса 290 төрө билдәле. Башҡортостанда кәлмәргәндәр, ҡарсығалар һәм ыласындар ғаиләһенә ҡараған 30 төрө осрай. Уртаса (мүктәргенең кәүҙә оҙонлоғо 33 см тиклем, ауырлығы 130 — 240 г) һәм эре (ҡара грифтың ошоға ярашлы 110 см тиклем һәм 7 — 12,5 кг) үлсәмле ултыраҡ, күсеүсе йәки күсәр ҡоштар; инә ҡоштар ҙурыраҡ. Ҡауырһыны тығыҙ, ҡаты; ғәҙәттә ҡуңыр, һоро, ҡыҙғылт һары‑ерәнһыу (бөркөт, диңгеҙ бөркөтө, көсөгән, ҡарағош, һунағара, ялан бөркөтө), ҡуйы ҡуңыр, башы һәм боғағы ҡуңыр таптар м‑н сыбарланған (кәлмәргән), ҡуйы көрән (ҡара төйлөгән), буйға ҡара таптар м‑н сыбарланған ерәнһыу‑һоро (балабан), ҡорһағында буй һыҙыҡтар булған ҡарағусҡыл күк (ҡыйғыр), муйын ҡауырһындары оҙонса һәм башы зәңгәрһыу һоро булған ҡуңырһыу ҡара (ҡара гриф) төҫтә. Ата һаҙ көйгәнәге ғәҙәттә көмөш һымаҡ йылтырауыҡлы күкһел, инәһе һорғолт ҡуңыр, башында ҡыҙғылт һары бүреге бар. Ы.һ. башы ҙур, йомро, муйыны ҡыҫҡа. Суҡышы ныҡ, бәләкәй, ырғаҡҡа оҡшаған, төбө балауыҙ м‑н ҡапланған. Ҡанаттары тар йәки киң, осло. Ҡойроғо тар. Аяҡтары көслө, ҡыҫҡа, бөгөлгән осло тырнаҡтары бар; ҡайһы бер төрҙәренең (бөркөт, көсөгән, ялан бөркөтө һ.б.) табан һөйәгендә ҡауырһын үҫә. Моногамдар. Ғәҙәттә парҙарға айырылып йәшәй, ояһын ерҙә, ағастарҙа, ҡаяларҙа, ҡаралтыларҙа ҡора, ҡайһы саҡта башҡа ҡоштарҙың иҫке ояларын биләй. Ояла йышыраҡ аҡ, ҡыҙғылт һары йәки зәңгәрһыу төҫтәге (таплы йәки төрткөлө) 1—4 йомортҡа була. Күбеһенсә инә ҡош 1—2 ай эсендә баҫып сығара. Кимереүселәр һәм башҡа имеҙеүселәр, ҡоштар, һөйрә­леүселәр, бөжәктәр, ҡайһы берҙәре балыҡтар, емтек м‑н туҡлана. Болондарҙа, баҫыуҙарҙа, һыу ятҡылыҡтары янында, урмандарҙа, далаларҙа, урман‑далаларҙа йәшәй. Бөтә ерҙә лә таралған. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарын юҡ итә. 16 төрө (кө­сөгән, ҡарағош, һунағара, ялан торомтайы һ.б.) БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына, 4 төрө (аҡбаш сип‑бөркөт, европа тювик‑ҡарсығаһы, ҡара гриф, оҙонғойроҡ диңгеҙ бөркөтө) РФ‑тың Ҡыҙыл китабына, һағыҙаҡ ыласыны БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

 

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова