ЫҠ МӘМЕРЙӘЛӘРЕ, Ҡ ы р а з т и ш е к. Туймазы р‑ны Мәҡсүт а. көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мә­мерйәләре, көңгөр ярусы гипстарында барлыҡҡа килгән. 4 мәмерйәне үҙ эсенә ала.

Һыулы мәмерйә көньяҡ‑көнсығыш йүнәлешле горизонталь залдар системаһынан ғибәрәт. Оҙонлоғо 78 м, киңлеге 2,5 м, бейеклеге 2 м, тәрәнлеге 11 м, майҙаны 380 м2, күләме 820 м3. Ҡойо рәүешендәге инеү урыны (тәрәнлеге 4 м) көньяҡ йүнәлешле ауыш юлға (оҙонлоғо 27 м) күсә, уның осонда күл бар. Ҡойо төбөнән көньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай залға (киңлеге 16 м, бейеклеге 3 м) әйләнеүсе ҡыуыш (киңлеге 12 м, бейеклеге 2 м) урынлашҡан. Т‑раһы яҡынса 5°С.

Яңы мәмерйә көньяҡ‑көнсығыш йүнәлешле горизонталь залдар системаһынан ғибәрәт. Оҙонлоғо 121 м, киңлеге 13,5 м, уртаса бейеклеге 1,7 м, тәрәнлеге 11 м, майҙаны 640 м2, кү­ләме 2780 м3. Инеү урыны (киңлеге 3 м, бейеклеге 1 м) карст упҡынында урынлашҡан. Мәмерйәлә бер‑береһенә тәпәш көмбәҙле тар юлдар м‑н ҡушылған 5 зал (бейеклеге яҡынса 5 м) бар. Т‑раһы яҡынса 5°С.

Боҙло һәм Нефтле ҡыуыш мәмерйәләре күмелгән.

Ю.В.Соколов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов