ЫЙЫҠ, Кесе Ыйыҡ, йылға, Ҡыйғы й. уң ҡушылдығы. Балаҡатай р‑ны Сосновка а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 6 км алыҫлыҡта башлана. Балаҡатай һәм Ҡыйғы р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға, Ҡыйғы р‑ны Кесейек а. эргәһендә йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртә, Алағуз а. янында көнбайышҡа борола һәм Ҡыйғы й. (тамағынан 23 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 73 км, басс. майҙаны 512 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 3,2 м3/с. Басс. рельефы тәпәш таулы. Ландшафы үрге ағымында тау‑урман һәм һоро урман тупрағындағы ҡарағай урмандарынан, түбәнге ағымында көлһыуланған ҡара тупраҡтағы ҡоро болондарҙан тора. Басс. 38%‑ын урман ҡаплаған. Иң ҙур ҡушылдыҡтары — Ҡанҡанды, Васйылға (икеһе лә — уң).

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев