ЫЙЫҠ, йылға, Әй й. уң ҡушылдығы. Балаҡатай р‑ны Һандалаш а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 11 км алыҫлыҡта башлана. Шул уҡ район буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға, Айҙаҡай а. эргәһендә йүнәлешен төньяҡ‑көнбайышҡа үҙгәртә (Ҡарлыхан һәм Шығай аа. араһындағы участкала көньяҡ‑көнбайышҡа борола), артабан Мәсетле р‑ны буйлап төньяҡ‑көнбайышҡа табан аға. Әй й. (тамағынан 92 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 102 км, басс. майҙаны 1296 км2, дөйөм түбәнәйеүе 230 м. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 60%‑ы — яҙғы (апр.—май), 32%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июнь—окт.), 8%‑ы ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 8,10 м3/с. Басс. рельефы убалы‑арҡалы, әртә ярусы ултырмаларынан ғибәрәт. Карбонатлы, күбеһенсә асыҡ карст үҫешкән. Ландшафы ҡара болон тупрағындағы ҡатнаш урмандарҙан, көнбайыш өлөшөндә һоро урман тупрағындағы һәм көлһыуланған ҡара тупраҡтағы ҡоро болондарҙан тора. Басс. 50%‑ын урман ҡаплаған, 35%‑ы һөрөлгән. Йылғала Мәсетле р‑ны Оло Ыҡтамаҡ а. эргәһендә һыуһаҡлағыс төҙөлгән. Ҡушылдыҡтары: уң — Нөгөш, Һөйә, Аҡа һ.б.; һул — Күләк, Бүрйәк һ.б.

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев