ЩИГАЛЁВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Артемий Иванович Щ. Баяр балаларынан. 1635 й. Себер ханы улы Әбләйҙе тотоуҙа ҡатнаша. 1647 й. хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) 100 сирек ер поместье оклады һәм йылына 6 һум түләү шарты м‑н алына. 1653 й. ҡалмыҡтар м‑н һуғышта һәләк була. Уның улы — Иван Артемьевич Щ. 1649 й. хәрби хеҙмәткә алына. Мираҫҡа атаһының поместьеһын (20 сирек ер) ала. Башҡорт ихтилалын (1662—64) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1687 й. 250 сирек ергә хужа була һәм 6 һум эш хаҡы ала. Уның улдары: Алексей Иванович Щ. 1679 й. хәрби хеҙмәткә алына. 1700 й. поместье оклады 350 сирек ер һәм 16 һум аҡса тәшкил итә. 1718 й. станица һәм һаҡ хеҙмәтенән алына, гарнизон хеҙмәтен үтәргә тейеш була; Михаил Иванович Щ. 1687 й. хәрби хеҙмәткә 250 сирек ер поместье оклады һәм 8 һум түләү шарты м‑н алына. 1716 й. 1‑се Өфө дворяндар ротаһында хеҙмәт итә. Уның улдары: Тимофей Михайлович Щ., капрал. Атлы гвардия полкында хеҙмәт итә. 1762 й. 2 крепостной крәҫтиәнгә хужа була; Григорий Михайлович Щ., прапорщик. Өфө гарнизон батальонында хеҙмәт итә. Тимофей Михайлович Щ. ҡыҙы — Анисья Тимофеевна Щ., 1786 й. мираҫҡа алған ерен Н.Н.Пекарскийға (ҡара: Пекарскийҙар) һата. Шулай уҡ Яков Васильевич Щ. билдәле, штабс‑капитан. Ватан һуғышында (1812) һәм Рус армияһының сит илгә походтарында (1813—14) ҡатнашыусы. 1818 й. алып Өфө өйәҙ судының дворяндар заседателе. 1820 й. 4 крепостной крәҫтиәнгә хужа була. 4‑се дәрәжә Изге Анна орд. м‑н бүләкләнгән. 1782 й. Щ. нәҫеле Ырымбур губернаһының дворян нәҫел тарихы китабының 6‑сы киҫәгенә яҙылған.

Б.Ә.Аҙнабаев

Тәрж. М.Х.Хужин