ЩЁТКИН Леонид Иванович (17.3. 1927, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Сибай руднигы ҡсб, хәҙ. Сибай ҡ., — 11.5.2007, Белорет ҡ.), металлург. 1948 й. алып Одесса канат з‑дында мастер. 1949—87 йй. Белорет металлургия комб‑тында эшләй: техник‑тикшереүсе, 1953 й. баш­лап инженер, 1956 й. алып өлкән инженер, 1958 й. — тикшеренеүҙәр лаб. нач., 1961 й. — цех нач.; 1966—67 йй. Цейлон металлургия з‑дында эшләй. Ш. ҡатнашлығында илдә тәүге тапҡыр ҡаты иретмәнән һәм яһалма юл м‑н эшләнгән сүс каналдарын электролитик ысул ярҙамында эшкәртеү, квант генераторында алмас һәм синтетик сүстәрҙе лазер ярҙамында эшкәртеү, гидродинамик ышҡылыу режимында сымды һуҙыу технологияһы эшләнгән һәм производствоға индерелгән. 1 уйлап табыу авторы. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1983).

Тәрж. А.Н.Күсеев