ЩЕРБИНИН Сергей Анатольевич (27.9.1962, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Чернолес ҡсб), математик. Техник ф. д‑ры (1997). БДУ‑ны тамамлаған (1984), 1986 й. алып шунда уҡ эш­ләй (1989 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р). 2002 й. башлап АҠШ‑та йәшәй һәм эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре ғәмәли математикаға арналған. Щ. тарафынан сәнәғәт электрохимик системаларындағы физик процестарҙың тәьҫир итешеү моделдәре, физик ҡырҙарҙы хисаплау алгоритмдары һәм программалары һ.б. эшләнә. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Математическое моделирование электротепломассопереноса в сложных системах. Уфа, 1991 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов