ЩЕРБАТСКИЙ Ипполит Фёдорович (1827—1889), дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник (1870), полковник (1859). Дворяндарҙан. 1849 й. Венгрия походында, 1853—56 йй. Ҡырым һуғышында ҡатнашыусы. Паж корпусын тамамлаған (С.‑Петербург). 19 б. 60‑сы — 70‑се йй. башында Польша Батшалығында хеҙмәттә була. 1873 й. мартын­да — 1876 й. июлендә Өфө губернаторы. 1874 й. император Александр II суд системаһына реформа үткәреү, өйәҙ судтарын бөтөрөү һәм мировой судтарҙы индереү т‑да хат м‑н мөрәжәғәт итә. 3‑сө дәрәжә Изге Владимир, 3‑сө дәрәжә Изге Анна, 1‑се (1875) һәм 2‑се дә­рәжә Изге Станислав орд., миҙал м‑н бүләкләнгән.

Р.И.Ҡантимерова

Тәрж. М.Х.Хужин