ЩЕРБАТОВ Фёдор Фёдорович (1729—1791), кенәз, хәрби эшмәкәр. Ген.‑поручик (1771). 1756—63 йй. Ете йыллыҡ, 1768—74 йй. рус‑төрөк һуғыштарында, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы. 1744 й. алып рус армияһында. 1766 й. башлап Хәрби коллегия ағзаһы. Рус‑төрөк һуғышы осоронда 1771 й. Ҡырымда айырым корпусҡа етәкселек итә. 1773 й. дек. Ырымбур губернаһында барған ихтилалды баҫтырыу өсөн А.И.Бибиков ҡарамағына ебәрелә. 1774 й. 1 майынан Ҡазан губернаһында, Түб. Новгород һәм Ырымбур губ. хөкүмәт ғәскәрҙәре командующийы. Кенәз П.М.Голицын, И.А.Деколонг, П.Д.Мансуров, И.И. Михельсон, И.Л.Тимашев (ҡара: Тимашевтар), Ф.Ю.Фрейман, секунд‑майор Д.О.Гагрин, премьер‑майор О.И.Дуве, полк. А.Ф. Обернибесов, подполковник А.В.Папава, И.К.Рылеев, полк. А.Я.Якубович һ.б. етәкс. ғәскәрҙәрҙең Е.И.Пугачёвтың Баш ғәскәренә һәм И.Н.Белобородов, Ҡәнзәфәр Усаев, Ҡаранай Моратов, Ҡасҡын Һамаров, Салауат Юлаев, Г.Туманов һ.б. етәкс. эре баш күтәреүселәр отрядтарына ҡаршы һөжүмен координациялай. 8 июлдә ғәскәрҙәр м‑н етәкселек итеүҙә инициативаһыҙлығы өсөн императрица Екатерина II тарафынан вазифаһынан бушатыла. 1 авг. етәкселекте Голицынға тапшыра. 1775 й. 9 ғин. исемле указ м‑н император һарайында күренеү тыйылып (һуңыраҡ тыйыу алына), отставкаға ебәрелә. Уложенный комиссия депутаты. 3‑сө дәрәжә Изге Георгий (1771), Изге Анна (1770) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин