ЩЕРБАКОВ Павел Фёдорович (27.5. 1924, Ҡырғыҙ АССР‑ының Фёдоровка а. — 7.3.1945, Жары ҡ., Польша), Советтар Союзы Геройы (1945). Кесе лейтенант. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Көньяҡ Урал пулемётсылар уч‑щеһын (БАССР‑ҙың Благовещен ҡ.) тамамлаған. 1941 й. БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Раевка эшселәр ҡасабаһында ит комб‑тында эшләй. 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. авг. алып Үҙәк һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 13‑сө армияның 27‑се уҡсылар корпусы 6‑сы гвардия уҡсылар див. 25‑се гвардия уҡсылар полкы 2‑се уҡсылар батальонының комсомол эштәрен ойоштороусыһы гвардия кесе лейтенанты Щ. 1945 й. 27 ғин. Штейнау ҡ. (Германия) тирәһендә Одер й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Раевка а. Щ. исеме м‑н урам аталған, ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин