ЩЕРБАКОВ Борис Тихонович (23.1. 1937, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Гәйнә разъезы ҡсб — 23.7.2013, БР‑ҙың Әлшәй р‑ны Аксёнов а.), агроном. А.х. ф. канд. (1970). БАССР‑ҙың атҡ. агрономы (1988). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1964) “Росгипрозем” проект‑тикшеренеү ин‑тының Башҡ‑н ер төҙөлөшө экспедицияһында агроном, агрономия отряды начальнигы. 1969—2012 йй. БДАУ‑ҙа (1978—84 йй. дөйөм игенселек каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре ерҙе рациональ файҙаланыу ысулдарын эшләүгә, сәсеү әйләнештәрен индереүгә, ҡый үләндәре м‑н һөҙөмтәле көрәш сараларына арналған. Щ. ҡатнашлығында баҫыуҙарҙың ҡыйлылығын иҫәпкә алыу һәм картаға индереү, к‑здарҙа һәм с‑здарҙа баҫыу эштәренең сифатын баһалау, Башҡортостандың урман‑дала һәм дала агроландшафтарындағы баҫыуҙарҙа сәсеү әйләнештәрен камиллаштырыу б‑са тәҡдимдәр эшләнгән. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Сорные растения Башкортостана и меры борьбы с ними. Уфа, 2008; Дневник агронома. Уфа, 2009.

Тәрж. А.Н.Күсеев