ЩЕПКИН Николай Павлович (1825—?), дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник (1873). Дворяндарҙан. Мәскәү ун‑тының филос. ф‑тын тамамлағандан һуң (1846) Мәскәү надворный судының 2‑се департаментында, 1849 й. алып Сенат, 1858 й. — Дәүләт милке министрлығының а.х. департаментында хеҙмәт итә. 1861 й. башлап Калуга губ. мировой аралашсы, 1864 й. — Һарытау губерна ҡаҙна палатаһы идарасыһы, бер үк ваҡытта 1865 й. алып Һарытау губерна төрмәләр попечителлеге ком‑ты дир., 1879 й. — ЭЭМ‑дың Баш төрмә идаралығы инспекторы. 1880—81 йй. М.Е.Ковалевский етәкс. сенатор ревизиялары составында Ҡазан губернаһында, Ырымбур губернаһында һәм Өфө губернаһында эшләй. 1882—83 йй. Өфө губернаторы. Өфө губ. дәүләт крәҫтиәндәренә ер биреү м‑н шөғөлләнгән. 1884 й. алып Кавказ минераль һыуҙарында хөкүмәт комиссары, 1894 й. — С.‑Петербург төрмәләр ком‑ты рәйесе. 3‑сө дәрәжә Изге Владимир (1880), 2‑се дәрәжә Изге Анна (1866), 1‑се дәрәжә (1882) һәм 2‑се дәрәжә император тажлы (1860) Изге Станислав орд.,миҙалдар м‑н бүләкләнгән.

Р.И.Ҡантимерова

Тәрж. М.Х.Хужин