ЩЕПКИН Герман Яковлевич (6.11. 1906, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Һатҡы ҡсб, хәҙ. Һатҡы ҡ., — 29.1.1980, Мәскәү), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1948), проф. (1953). Икенсе баҫҡыс 2‑се Өфө мәктәбен тамамлаған (1925). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1931) Ленинград физика‑техника ин‑тында (1939 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р), 1943 й. — И.В.Курчатов ис. Атом энергияһы ин‑тында (Мәскәү), бер үк ваҡытта 1950 й. башлап Мәскәү инженерлыҡ‑физика ин‑тында эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре атом ядроһы, ҡаты есемдәр физикаһына, физик аппаратура уйлап табыуға арналған. Уның ҡатнашлығында Төньяҡ флотта караптарҙы миналарҙан һаҡлау системаһы (И.В.Курчатов, В.М.Тучкевич м‑н берлектә) эшләнгән, изотоптарҙы айырыуҙың электромагнит ысулы үҫтерелгән, плазмалы стационар тиҙләткестәр, фокусҡа йыйыу системалары һ.б. эшләнгән. Күп фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы. Сталин пр. (1953), И.В.Курчатов ис. пр. (1980) лауреаты. Ленин (1945), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1953, 1954), “Почёт Билдәһе” (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Р.Х.Ҡудашев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов