ЩЕПАРЁВ Андрей Михайлович (22.4.1974, Белорет ҡ.), тренер. Биатлон б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2005) һәм Рәсәйҙең спорт мастеры (1995). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2017). Ал.М.Щепарёвтың ағаһы. БДПИ‑ны тамамлаған (1995). “Металлург” спорт клубының комплекслы ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (Белорет; тренерҙары В.В.Аверьянов, В.З. Зәйнәшев, Ф.Ф.Әхмәҙиев). Рәсәй чемп. (1994). 1998 й. алып биатлон б‑са олимпия резервы спорт мәктәбе (Өфө), бер үк ваҡытта 2008 й. башлап 1‑се ДЮСШ (Белорет) тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры Ал.М.Щепарёв, Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры М.В.Косинова, ш. уҡ 10 Рәсәй спорт мастеры бар.

Тәрж. Г.А.Миһранова