ЩЕПАРЁВ Алексей Михайлович (30.3.1976, Белорет ҡ.), спортсы. Ғәмәли‑хәрби күпбәйгеләр б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2007). Анд.М.Щепарёвтың ҡустыһы. БДПИ‑ны тамамлаған (1997). ДЮСШ, “Металлург” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (икеһе лә — Белорет), 1999—2006 йй. “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте өсөн сығыш яһай (тренерҙары Г.Ю.Рыжкина, Анд.М.Щепарёв). Йәйге биатлон б‑са Европа (3 тапҡыр, 2001; 2 тапҡыр, 2004) һәм Рәсәй (3 тапҡыр, 2001; 2002—04) чемп., Рәсәй кубогын яулаусы (2002), донъя чемпионаттарының көмөш (2003—04) һәм бронза (2001) призёры, Европа чемпионаттарының көмөш призёры (2 тапҡыр, 2000; 2003—04), биатлон һәм йәйге биатлон б‑са күп тапҡыр Рәсәй чемпионаттары һәм кубоктары призёры (1997—2005). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2000—04).

Тәрж. Г.А.Миһранова